Һаҡланғанды алла һаҡлар йәки бәлә аяҡ аҫтында. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һыуҙа ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра. Был тәү сиратта балыҡсыларға ҡағыла. Сираттағы рейд барышында бик күп етешһеҙлектәр асыҡланды. Балыҡсылыҡ менән күптән түгел генә шөғөлләнә башлаған Антон һәм Никита хәүефһеҙлек тураһында уйланмаған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең ҡотҡарыу күкрәксәләрегеҙ ҡайҙа тигән һорауына аныҡ яуап та бирә алмай егеттәр.Тағы ла бер балыҡсы – Иван Елин – үҙенә ҡотҡарыу күкрәксәһен кәрәкле түгел, тип һанай. ул бит йөҙә белә. Шулай уҡ ҡыҙғылт төҫтөң балыҡтарҙы өркөтөүен белдереп, ул һүҙҙәренең хаҡлығын иҫбатларға тырыша. Ҡағиҙәне боҙоусы һәр кемгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һаҡланыу сараларын ҡулланыуҙың тик үҙ хәүефһеҙлектәре өсөн кәрәклеген аңлата.Инспекторҙар менән бер тапҡыр осрашҡан балыҡсылар, шулай ҙа, артабан бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә үтәргә тырыша. Профессиональ балыҡсы Анатолий Попов хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәүсе балыҡсыларҙың береһе. Һыуҙа төрлө хәлдәргә осрарға мөмкин, хатты яҡшы йөҙөүең дә ярҙам итмәүен ихтимал, ти ул.Бер кистә инспекторҙар кәм тигәндә ҡағиҙә боҙоусы 3-4 кешене теркәй. Уларҙың барыһы ла тиерлек бәләнең үҙҙәрен урап үтеренә ышана. Тап ошо сәбәпле һәр йәй һайын бихисап балыҡсы һәләк була. Бәләне алдан иҫкәртеү хәйерлерәк, тип һанай инспекторҙар һәм рейдттарҙы сентябрь аҙағына — навигация тамамланғанға тиклем дауам итергә ниәтләй.
Ҡотҡарыусылар рейд үткәрҙе
Тулыраҡ: Ҡотҡарыусылар рейд үткәрҙе