Республика юлдарында хәл ҡатмарлы булып ҡала

Тулыраҡ: Республика юлдарында хәл ҡатмарлы булып ҡала

Уҙған аҙнала төрлө аварияларҙа 9 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был турала бөгөн республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр иттеләр. Юл-транспорт фажиғәләренең төп сәбәбе — тиҙлекте арттырып ҡаршы яҡ юлға сығыу. Аварияларҙың байтаҡ өлөшө шәмбегә тура килә.