Республика күләмендә бындай акцияны ойошторорға йөҙөү буйынса 8 тапҡыр паралимпия чемпионы Оксана Савченко тәҡдим итте. Һыуҙа ҡотҡарыу ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә йыл һайын 14 мең кеше батып үлә. Йөҙөү көнө ошо күңелһеҙ статистикаға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итер тип ышана акцияны ойоштороусылар. Һыуҙа бәхетһеҙлекте иҫкәртеүҙең төп ысулы – йөҙөргә өйрәнеү. Ошо һөнәрҙе үҙең үҙләштереп кенә ҡалмай, башҡаларға ла ярҙам итеү һәр кемдең мөҡәддәс бурысы. Ҡотҡарыусылар иһә башҡа фекерҙә. Һыуҙа һәләкәткә тарыусыларҙың өстән бере яҡшы йөҙгән, тик үҙенең һәләттәренә артыҡ ышанған кешеләр. Абдулла Йәнекәйев етәкселегендәге тәжрибәле ҡотҡарыусылар батып барыусыны һыуҙан сығарыу алымдарын күрһәтә. Күп тапҡыр республика чемпионы, спорт мастеры Илья Алябин йөҙөү мәктәбенә ете йәшендә килгән. ”Бөгөнгәсә был шөғөл мине ялҡытмай, күнекмәләрҙе туҡтатмайым, йөҙөү генә түгел, велосипедта йөрөү, саф һауала булыу, сәләмәт тормош алып барыу минеңсә, бик файҙалы“, — ти спортсы.Бассейндар юҡлығы йөҙөргә өйрәнеү теләген һүрелтергә тейеш түгел, ти олимпия чемпионы, Вениамин Таянович. Тренер фекеренсә, иң мөһиме – балаларҙы йөҙөргө дөрөҫ өйрәтеү. Тап уның тәрбиәләнеүселәре йөҙөү төрҙәре буйынса күрһәтмә сығыштар яһай. Йөҙөү көнө акцияһын Өфөләге18-се һанлы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн олимпия резервы мәктәбенең башлауы осраҡлы түгел. Йөҙөүсе спортсылар әҙерләү үҙәге булараҡ беҙ үҙ тәрбиәләнеүселәребеҙҙең башҡаларға өлгө күрһәтеүен теләйбеҙ, ти мәктәп етәксеһе Венер Абзалов. Йөҙөү көнөндә ҡатнашҡан балалар һәм үҫмерҙәр иҫтәлекле бүләктәр алды. Өфөлә башланған акция республиканың башҡа төбәктәрендә лә дауам итәсәк.
Өфөлә беренсе тапҡыр Йөҙөү көнө үтте
Тулыраҡ: Өфөлә беренсе тапҡыр Йөҙөү көнө үтте