Ҡыйыҡтарҙан ҡар төшөү осраҡтары йышайҙы

Тулыраҡ: Ҡыйыҡтарҙан ҡар төшөү осраҡтары йышайҙы

Көндәрҙең ҡапыл йылытыуы сәбәпле ҡыйыҡтарҙан ҡар төшөү осраҡтары йышайҙы. Бер көндә генә Өфөлә бер нисә автомобилгә зыян килгән.

Граждандарҙы һаҡлау идаралығы машиналарҙы йорттарға яҡын ҡуймаҫҡа саҡыра. Йәйәүлеләр ҙә уяулыҡты юғалтмаҫҡа тейеш. Черниковка биҫтәһендә икенсе класта уҡыусы малай ҡыйыҡтан төшкән ҡар аҫтында ҡалды. Уның һаулығына зыян килмәгән.