Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Үҙәк хәрби округының “Искәндәр-М” комплекстары Свердловск өлкәһендә күнекмәләр ваҡытында шартлы дошмандың йәшерен команда пункттарын юҡ итте. Маневрҙа 300 хәрби һәм 100 берәмек техника ҡатнашҡан.
  • Францияла “һары жилеттар” 14-се тапҡыр ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты. Хоҡуҡ һаҡлау органдары манифестанттарға ҡаршы күҙҙән йәш сығарыусы газ һәм төтәткес шашкалары ҡулланған.
  • Иркутскийҙа йәшәүсе автомеханик Роман Никитин үҙенсәлекле машиналар эшләй. Үҙенең тәүге проекты менән ул ҡалала йәшәүселәрҙе 2013 йылда таныштырған. Хәҙер инде төрлө автошоуҙарҙы Романдың машиналарынан тыш күҙ алдына килтеүеүе лә ҡыйын.
  • Воронежда йәшәүсе 27 йәшлек Марина Корженевская 16 ҡатлыҡ йорт башына күтәрелеп пилонда хореографик номер башҡарған. Экстремалдың бейеүен коптер төшөрөп алған.