Башҡортостандың 100 йыллығына-100 объект проекты сиктәрендә төҙөлгән бассейнды июнь айында рәсми асыу көтөлә. Әле бында ярыштар ойошторорға тирә-яҡтағы әүҙем төҙөлөш ҡамасаулай. 37 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан спорт әҙерлеге үҙәге бинаһының башҡа залдарында төҙөкләндереү-биҙәү эштәре бара. Йөҙөү буйынса халыҡ-ара ярыштар талаптарына яуап биргән комплекста бассейндар ғына дүртәү. Уларҙың оҙонлоғо 50, киңлеге 25 метрлыҡ иң ҙурына дүрт тоннаға яҡын һыу тултырылған. 10 йөҙөү юлдары араһына әле сикләү ҡоролмалары ҡуйыла. Махсус экрандар, тауыш системаһы сафта. Бассейн һөнәри һәм мөмкинлеге сикле спортсылар өсөн махсуслаштырылған. Объекттың төп үҙенсәлеге — һыуҙы яңыртыр өсөн бассейнды тулыһынса бушатыу талап ителмәй. Һыу менән махсус система өҙлөкһөҙ тәьмин итә. Бассейндарҙан түбән тотош завод урынлашҡан. Бында һыу әҙерләүҙең тулы циклы башҡарыла. Файҙаланылған һыу бер нисә кимәлдәге фильтрҙар ярҙамында таҙартыла һәм химик миҡдарлау менән ультрафиолет нурландырыу аша пакландырыла. Эштәр тәүлек әйләнәһенә туҡтамай, улар менән махсус әҙерлекле оператор идара итә. Бассейндар комплексы Өфө өсөн яңылыҡ булһа, бындай спорт әҙерлеге үҙәгенә Рәсәйҙә тиңдәр юҡ. Спортсыларға бар уңайлыҡтар бер ҡыйыҡ аҫтында. Өс рингты берләштергән бокс залы, фехтование, еңел атлетика майҙандары, хакимиәт корпусы, тренер бүлмәләре, табип-тергеҙеү бүлеге, ҡунаҡхана, кафе. Залдарҙа тамашасы һәм көйәрмән урындарына тиклем һәр йыһаз халыҡ-ара ярыштар талабына тап килтерелгән. Үҙәктә спорт ярыштарынан тыш концерттар, бейеү кисәләре кеүек башҡа күмәк саралар ойошторорға мөмкин. Тәүҙә паралимпиясылар өсөн күнегеүҙәр үҙәге булараҡ һалына башлаған комплексты 2016 йылда спорт әҙерлеге үҙәге итеп үҙгәртергә ҡарар ителә. Шуға бәйле матди сығымдар күләме лә йәнә бер миллиард һумға арта. Төҙөлөш объекты тулы әҙерлек дәрәжәһенә яҡынлаша. Уны май аҙағында файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Киләһе йәй комплекс халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итергә әҙерләнә.
Өфөләге иң ҙур бассейн ярыштарға әҙер
Тулыраҡ: Өфөләге иң ҙур бассейн ярыштарға әҙер