Өфөлә ҡатнаш алыш буйынса республика чемпионаты һәм беренселеге үтте

Тулыраҡ: Өфөлә ҡатнаш алыш буйынса республика чемпионаты һәм беренселеге үтте

Башҡортостандың ММА Федерацияһы ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә ҡатнаш алыш спорты буйынса республика чемпионаты һәм беренселеген ойошторҙо. Ярышта 150-нән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Сара алдынан Динамо стадионы нигеҙендә ММА үҙәген рәсми асыу тантанаһы үтте. Шулай уҡ хәрби самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, ҡатнаш алыш спортсыһы, яҡташыбыҙ Венер Ғәлиев урындағы спортсылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Башҡортостанда тиңе булмаған заманса залды йәш спортсылар күптән көттө. Юғары квалификациялы тренерҙар, ринг һәм башҡа уңайлыҡтар. Һәм ошо залда хәрби самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, ҡатнаш алыш спортсыһы Венер Ғәлиевтың оҫталыҡ дәрестәре биреүе спортсылар өсөн икеләтә ҡыуанслы. Һуңғы йылдарҙа республикала ҙур үҫеш алған спорт төрө яңы үрҙәр яулай. Бер-нисә йыл эсендә Башҡортостандың ММА Федерацияһы клубтары республика һәм Рәсәй кимәлендә танылыу алған тиҫтәләгән чемпион үҫтерҙе. Артабан Динамо стадионында Муса Гәрәев иҫтәлегенә арналған ярыш башланды. Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан барлығы 150-нән ашыу йәш спортсы көсөн һынарға килгәйне. Ойоштороусылар билдәләүенсә, ярыштың төп маҡсаты ул йәштәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалау, спортҡа ылыҡтырыу. Сибай ҡалаһынан килгән Әлфир Йәнтүрин ҡатнаш алыш спорты менән ныҡлап ярты йыл самаһы шөғөлләнә. Иң мөһиме теләк кәрәк, ти ул. Беренселектә 12-17 йәшлек үҫмерҙәр һәм 18-20 йәшлек егеттәр ҡатнашты. Көсөргәнешле алышты ҡарарға тулы зал көйәрмәндәр йыйылғайны. Ярышҡа килә алмаусылар Башҡортостан 24 телеканалында сараны тура эфирҙа күҙәтә алды. Йылдан-йыл был спорт төрөнә йәштәр араһында ҡыҙыҡһыныу уяныуы ҡыуанаслы, ти ойоштороусылар. Ойоштороусылар әйтеүенсә, йәш быуындың ошо йүнәлеште үҙ итеүе уларҙы физик яҡтан нығыта һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәй. Еңеүселәр артабан Волга буйы федераль округында, Рәсәй кимәлендә үтәсәк ярыштарҙа Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Төнгә тиклем дауам иткән ярышта һәр спортсы үҙ наградаһына лайыҡ булды.