Башҡортостан Рәсәй президентының май указдарын тормошҡа ашырырға әҙер

Тулыраҡ: Башҡортостан Рәсәй президентының май указдарын тормошҡа ашырырға әҙер

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018-се йылда ҡул ҡуйған Май Указдарын тормошҡа ашырыуға Башҡортостан тулы ҡеүәттә әҙер. Милли проекттың маҡсаты — илдәге социаль һәм иҡтисади хәлде яҡшыртыу, халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм мөмкинлектәр булдырыу. 2024-се йылға тиклем иҫәпләнгән документтың үтәлешен бөгөн республика хөкүмәтендә тикшерҙеләр.