Эске эштәр министрлығының был бүлексәһенә һауа, тимер юл һәм һыу транспортында тәртип һаҡлау бурысы йөкмәтелгән. Өфө тимер юл вокзалында пассажирҙар именлеген тәьмин итеүгә Холли һәм Жуля ҡушаматлы спаниель тоҡомло эттәр ҙа йәлеп ителгән. Улар хәрби ҡорал, шартлатҡыстар, наркотик матдәләр эҙләү өсөн махсус өйрәтелгән. Эттәрҙе махсус хеҙмәткә өйрәтеү өсөн айҙар түгел, йылдар талап ителә. Психотроп мәтдәләрҙе эҙләү өсөн улар еҫтәрҙе айыра белергә тейеш. Сөнки дүрт аяҡлы полиция вәкилдәренә күп осраҡта газланған ерҙәрҙә эшләргә тура килә, ә уларға иһә тәғәйен еҫте бер нимә менән дә бутарға ярамай. Ҡарағанда-Мәскәү, Үзбәкстан-Өфө, Санкт-Петербург-Өфө поездары йыш тикшерелә. Махсус өйрәтелгән эттәр ярҙамында хатта ҙур күләмдә наркотик матдәләр ҙә табыла. Был Холли һәм Жуля ҡушаматлы эттәр тимер юлында дүрт йылдан ашыу хеҙмәт итә. Улар бер көн эсендә генә егермегә яҡын электричка, ундан ашыу поезд вагондарын тикшереп өлгөрә....1919 йылда ҡабул ителгән декретҡа ярашлы, был байрам йыл һайын билдәләнә. Эске эштәр министрлығының Өфө транспорт полицияһы Куйбышев тимер юлында иң ҙур бүлексәләрҙең береһе. Ике йыл элек транспорт полицияһы үҙҙәренең музейын асыуға өлгәшә. Тәүҙә транспорт полицияһы поездарҙа ғына именлек тәьмин итһә, һуңынан һауа, тимер юл һәм һыу транспортында ла тәртип һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Был дата рәсми билдәләнмәһә лә, транспорт полицияһы йыл да иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләй, тантаналы саралар уҙғара.
Рәсәй транспорт полицияһы ойошторолоуға-100 йыл
Тулыраҡ: Рәсәй транспорт полицияһы ойошторолоуға-100 йыл