Республика Заһир Вәлитовты һуңғы юлға оҙатты

Тулыраҡ: Республика Заһир Вәлитовты һуңғы юлға оҙатты

Бөгөн Башҡортостан халҡы Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Заһир Суфыян улы Вәлитовты һуңғы юлға оҙатты. Заһир Вәлитов 1940 йылдың көҙөндә Күгәрсен районы Вәлит ауылында донъяға килгән. Атаһы фронтҡа китә, әсәһен урман әҙерләүгә алалар, малай өләсәһе тәрбиәһендә үҫә. 18 йәшлек егет Совет Башҡортостаны гәзитендә театр факультетына ҡабул итеү имтихандары тураһында иғлан күреп ҡала һәм бер документһыҙ, ағас сумаҙаны менән таңғы биштә Өфөгә юлға сыға. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң Сибай театрында бер нисә йыл эшләп, йәш актер 70-се йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрына килә. Тәүге ролдәренең береһе-Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһында – Аҡъегет. Ә был Тапшырылмаған хаттар телевизион спектакленән өҙөк. Актер унда Вәли ролен башҡара. Ә М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” спектаклендәге Шағир роле өсөн Заһир Вәлитов республиканың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.Актер булараҡ Заһир Вәлитов 90-дан ашыу роль уйнаған, шулай уҡ “Йәрем минең – Алиһәм” пьесаһын сәхнәләштергән, балалар өсөн пьесалар яҙған. Тамашасылар уны таланты, мәләйемлеге, ә яҡындары һәм хеҙмәттәштәре ябайлығы, ихласлығы, эскерһеҙ күңелле булыуы өсөн яратты. Бөгөн сәхнә оҫтаһын һуңғы юлға оҙаттылар. Шулай ҙа ул бихисап күңелдәрҙең түрендә һәм бик күп спектаклдәрҙең видеояҙмаларында сағыу образ булып йәшәй.