Өфөнөң 45-се мәктәбе хәҙер инде йолаға әүерелгән “Әҙәби музыкаль бал” үткәрҙе. Быйыл 22 тапҡыр ойошторолған сара Театр йылына бағышланды. Егет-ҡыҙҙар парлашып, гүзәллек һәм сафлыҡ бейеүе — вальста әйләнә. Өфөнөң 45-се мәктәбе 20 йылдан ашыу инде “Әҙәби бал” ойоштора. Быйылғы сара Театр йылына бағышланды. Ысынлап та, был сағыу байрам уҡыусыларҙың хәтерендә ныҡ уйылып ҡала. Мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлағандар ҙа, “Әҙәби балдан” ситтә ҡалмай, йыл һайын ошо мөхиткә сума. Ә быйылғы сығарылыш кластары өсөн был күптән көтөп алынған тәүге бал. Бейеүҙәр яҡшы килеп сыҡһын өсөн, уҡыусылар көн һайын тиерлек тәнәфестәрҙә хәрәкәттәрҙе ҡабатлаған. “Әҙәби музыкаль бал”дың төп маҡсаты — боронғо йолаларға таянып, балаларҙа сәнғәткә һөйөү уятыу, рухи һәм әхләҡи тәрбиә биреү. Кескәйҙәрҙең апай-ағайҙары артынан хәрәкәттәрен ҡабатлап, үҙенсә бейеп йөрөгәндәрен күреп, ойоштороусылар үҙ маҡсаттарына ирешә, тип әйтергә мөмкин. Бер-нисә йылдан был ҡыҙҙар ҙа кавалерҙары менән бергә вальсҡа төшәсәгенә шик юҡ.
Егерме беренсе быуаттан ун туғыҙға
Тулыраҡ: Егерме беренсе быуаттан ун туғыҙға