Гөлли Мөбәрәкова баҡыйлыҡҡа күсте

Тулыраҡ: Гөлли Мөбәрәкова баҡыйлыҡҡа күсте

83-сө йәшендә легендар актриса, СССР, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлли Мөбәрәкова арабыҙҙан китте. Ҙур юғалтыу. Гөлли Мөбәрәкова менән иртәгә 11 сәғәттә Башҡорт дәүләт академия драма театрында хушлашырға мөмкин.

СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Рәғиҙә Янбулатова бер бөртөк ҡыҙҙарының театр юлынан китерен бер ҙә күҙ алдына килтермәй. Шулай ҙа театрҙан башҡаны күреп үҫмәгән ҡыҙ 1959 йылда Анатолий Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтын тамамлап ижад юлын Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Эшенә оло яуаплылыҡ менән ҡараған бөйөк актриса тамашасылары менән сәхнәлә генә осрашмай. Ҙур булмаған ҡунаҡ бүлмәһендә тамашасылары көтә уны. Гөлли Арыҫлан ҡыҙының шиғыр һөйләгәнен халыҡ йотлоғоп тыңлай. Ә башҡарған һәр роле тамашасы хәтерендә уйылып ҡала. Гөлли Арыҫлан ҡыҙының сәхнәгә сығарған ролдәре уның ата-әсәһенә лайыҡлы алмаш һәм вариҫ икәнлеген раҫлай. СССР-ҙың, Рәсәйҙең халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфөнөң почетлы гражданы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, урта быуын һәм йәш актерҙарға өлгө, ә халыҡтың яратҡан актрисаһы. Уның ғәжәйеп бер оҫталыҡ менән ижад иткән һәр образы — спектаклдең йәне, рухы, биҙәге. Мирхәйҙәр Фәйзинең “Ғәлиәбаныу” спектаклендә — Ғәлиәбаныу, Ғәҙел Ҡотойҙоң "Тапшыралмаған хаттар"ында — Ғәлиә …