Нефтекама машина төҙөүселәре Рәсәй башҡалаһына өсөнсө быуын автобустар оҙатырға әҙер. Динар Йәһүҙин заводта дүртенсе йыл эшләй. Слесарь булараҡ ул автобустарҙың тышҡы өлөшөн йыя. Шуға ла предприятие етештергән машиналарҙы алыҫтан таный. Ғорурлыҡтан тыш заводта эшләүселәргә сәм тойғоһо хас. Машина төҙөүселәр заман талаптарын үтәп оҫталығын арттыра. Мәскәү ҡала транспорты өсөн автобустар етештереүгә заказ алыу бер ҡаҙаныш булһа, заказды тейешле кимәлдә үтәү – икенсеһе, ти конструктор бүлеге етәксеһе Роберт Дәүләтшин. Нефтекама инженерҙары белемен хәҙер автобустарҙың өсөнсө быуын өлгөләрен етештереүҙә уңышлы ҡуллана. Евро5 дизель автобустарының техник талаптары 100 биттән ашыу майҙанды ала. Машинаның электрон өлөшө айырыуса ҡатмарлы. Автобуста 13 видеокүҙәтеү камераһы эшләй. Улар пассажир һәм водитель хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең төп сараһы. Хәҙерге автобустар аккумулятор зарядлау ҡоролмаһы, вай-фай, валидатор менән йыһазландырылған. Барыһы ла заман пассажиры уңайлығы өсөн. Йәмәғәт транспортына ҡарата йәнә бер талап – автобустарҙың хәрәкәте һәм мөмкинлеге сикле пассажирҙар өсөн уңайлы булыуы мотлаҡ.Коляска өсөн күтәрмә һәм махсус терәк, өлкәндәр һәм балалы пассажирҙар, юл күрһәтеүсе эт ярҙамында йөрөгән кешеләр, хатта уларҙың эттәре өсөн айырым урын билдәләнгән. Ишектәрҙе пассажир үҙе аса ала. Талаптар водитель урынына ҡарата ла ҡәтғи. Кресло уңайлыҡтарынан алып салондағылар менән аралашыуға тиклем барыһы ла уйланылған. Ошондай юғары сифатлы автобустарҙың быйыл ғына 440-ын Мәскәү ҡала транспорты ҡулланышына оҙатыу көтөлә. Килешеүҙә иһә өс йылда 6 йөҙгә яҡын автобус етештереү ҡаралған. Бынан тыш башҡала юлдарына Нефазда яһалған 150 электробус сығасаҡ. Нефтекама заводы Өфө трамвай-троллейбус заводы менән берлектә электр йөрөшлө экологик таҙа транспорт төрөн етештереүҙе лә яйға һалған. Татарстандың Әлмәт ҡалаһы заказы буйынса әле дүртенсе машина әҙерлек дәрәжәһендә. Автобусты троллесбусҡа әйләндереүҙең артыҡ мәшәҡәте юҡ, ти Нефтекама белгестәре. Бар үҙгәрештәр тышҡы яҡта. Пластик йөҙлөк беренсенән электр изоляцияһын тәьмин итһә, икенсенән машинаны еңеләйтә һәм коррозияны иҫкәртә. Завод йәмғеһе 15 троллейбус етештереү йөкләмәһен алған. Бының өсөн вахта автобустары цехын киңәйтеү, 25 яңы эш урынын булдырыу талап ителгән. Нефазды яңы бурыстар ҡурҡытмай, улар заводҡа бары үҫеш мөмкинлеге бирә. Нефтекама автобус төҙөүселәренең киләсәктә йәмәғәт транспортының яңы өлгөләрен Башҡортостан ҡалалары өсөн күпләп етештерергә лә теләге бар.
Башҡортостан автобустары Мәскәү пассажирҙарын хеҙмәтләндерәсәк
Тулыраҡ: Башҡортостан автобустары Мәскәү пассажирҙарын хеҙмәтләндерәсәк