Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Ишембай районы башлығы күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын тикшереп сыҡты. Шулай уҡ, ул унда йәшәүселәр һәм идарасы компаниялар менән аралашты. Республика программаһы сиктәрендә быйыл Ишембайҙа 23 миллион һумға 124 подъезды төҙөкләндерергә тейештәр. Тик урындағы халыҡтың һорауы буйынса муниципалитет етәксеһе тағы ла 20 подъезды яңартырға ҡарар итте. Өҫтәмә исемлек төбәк оператырына йүнәлтелгән. Ул үҙ сиратында ишембайҙарҙың инициативаһын күтәреп сыҡҡан һәм кәрәкле сумманы бүлергә әҙер. Тәү сиратта иң таушалған һәм яҡын арала ремонт талап ителгән подъездар төҙөкләндереләсәк.
Хакимиәт башлыҡтары-подъездарҙа
Тулыраҡ: Хакимиәт башлыҡтары-подъездарҙа