Пенсиялар арта

Тулыраҡ: Пенсиялар арта

Республикала уртаса пенсия 13 мең 585 һумға етте. Был хаҡта бөгөн Башҡортостандың статистика хеҙмәте хәбәр итте. Башҡортостанда әле 1 миллион 195 мең пенсионер йәшәй. Уларҙың күбеһе страховка пенсияһын ала. Бындай пенсияның уртаса күләме төбәктә 13 мең 962 һумға етә. Ҡартлыҡ буйынса пенсия алғандарҙың пенсияһы – уртаса 14 мең 386 һум. Инвалидлыҡ буйынса – 9 мең 17 һум, ҡараусыһын юғалтҡан өсөн – 9 мең 561 һум. Республикала дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия алған тағы 98,7 мең кеше иҫәпләнә. Уларҙың уртаса пенсияһы 9 мең 391 һум.