Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Астрахань өлкәһендә Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре “Ислам дәүләте” ойошмаһының урындағы әүҙем ағзаһын ҡулға алған. Ҡатын Мәскәүҙә, Астраханда, Томскийҙа һәм Төнъяҡ Кавказ республикаларында террорҙы финанаслауға аҡса йыйған.

Ҡытайҙа өс ҡояш ҡалҡҡан. Шаһиттар тәбиғәттең был күренешен видеоға төшөрөп алған. Һалҡын көндө ҡояш нурҙары боҙ кристалдары аша үтеп өс ҡояш-гало күренешен барлыҡҡа килтерә икән.

Сицилия утрауында Европалағы иң ҙур вулкандарҙың береһе Этна әүҙемләшкән. Һауала көлдөң күбәйеүе сәбәпле Катания аэропорты рейстар һанын кәметергә мәжбүр булған. Этна вулканы һуңғы тапҡыр былтыр декаьрҙә атылғайны.

Ял ваҡытында Аделина Сотникова Байкал күлендә фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә. Спортсы 2014 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында яңғыҙ шыуыу буйынса Олимпия чемпионы исемен алғайны. Хәҙер Аделина ярыштарҙа ҡатнашмай, боҙҙағы төрлө шоуҙарҙа ғына сығыш яһай.