250 малай һәм ҡыҙ Магнитогорск аэропортынан чартер рейс менән ярымутрауға осто. Евпаторияла уҡыусылар “Хыял” шифаханаһында ике аҙна һауылығын нығытып, төрлө сараларҙа ҡатнашып, экскурсияларға йөрөйәсәк. Киләһе төркөм Ҡара диңгеҙгә март уртаһында юллана. Улар исемлегендә карьерға яҡын йәшәгән мәктәп уҡыусылары һәм һаулыҡтары ҡаҡшаған балалар. Сибай балаларын Ҡырымда ял итеүе тураһында Республика етәксеһе Радий Хәбиров Ҡырым етәксеһе Сергей Аксеновтың Башҡортостанға эш сәфәре ваҡытында һөйләшеп килешкәйне.
Сибайҙан беренсе төркөм балалар Ҡырымға йүнәлде
Тулыраҡ: Сибайҙан беренсе төркөм балалар Ҡырымға йүнәлде