Ул ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 30-сы сессияһы ҡарары менән булдырылды. ЮНЕСКО ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, телдәрҙең күбеһе юғала бара һәм ҡурсалауға, ярҙамға мохтаж. Өфөлә туған телдәр фестивалендә лә телдәрҙе һаҡлау тураһында һүҙ барҙы. Гүзәл быйыл 10-сы синыфты тамамлай. Киләсәк һөнәре әле үк билдәле, мотлаҡ сит телдәрҙе өйрәнеү менән бәйле буласаҡ, ти ҡыҙ. Башҡорт телен белгәс Гүзәлгә төрки телдәрен үҙләштереү ҙә еңелгә тура килә. Быйыл ул Мостай Кәримдең шиғырын төрки теленә тәржемә итеп, Жәлил Кейекбаев исемендәге туған телдәр фестивалендә ҡатнашты. Туған телдәр фестивале 8-се тапҡыр ойошторола. Сит ил вәкилдәре менән аралашыу скайп аша ойошторолдо. Улар ҙа шулай уҡ Мостай Кәрим әҫәрҙәрен үҙ телендә һөйләне. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре 24 телгә тәржемә ителгән. Оҙон-оҙаҡ баласаҡ, Беҙҙең өйҙөң йәме әҫәрҙәрен башҡала һәм район мәктәптәре уҡыусылары сәхнәләштерҙе һәм шиғырҙарын төрлө телдәрҙә уҡыны. Уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, халыҡтар араһындағы мәҙәни бәйләнеште үҫтереү – сараның төп маҡсаты булып тора. Донъяла ЮНЕСКО-ның ассоциациаланған 7 мең мәктәбе бар, шуларҙың 370 Рәсәйҙә, ә 37 мәктәп Башҡортостанда эшләп килә. ЮНЕСКО-ның Юғалып барған телдәр атласы буйынса, Рәсәйҙәге йөҙгә яҡын телгә ер йөҙөнән юғалыу ҡурҡынысы янай. Ғалимдар фекеренсә, сит телдәр өйрәнеү кешенең фекерләү ҡеүәһен, аралашыу даирәһен киңәйтә. Һәр баланың әсә телен белеүе башҡа телдәрҙе еңел өйрәнеүгә лә юл аса.
Бөгөн бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә
Тулыраҡ: Бөгөн бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә