Башҡортостан бөгөн Гөлли Мөбәрәкова менән хушлаша

Тулыраҡ: Башҡортостан бөгөн Гөлли Мөбәрәкова менән хушлаша

Республика йәмәғәтселеге бөгөн легендар актриса, СССР, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлли Мөбәрәкова менән хушлаша. СССР-ҙың, Рәсәйҙең халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Гөлли Мөбәрәкова урта быуын һәм йәш актерҙарға өлгө, ә халыҡтың яратҡан актрисаһы ине. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы. Данлыҡлы династия вәкиле. Бар ғүмерен театр сәнғәтенә бағышлап, ҡартлыҡты яҡын юлатмай, сәхнә тип йән атҡан талантлы актриса. Ҡазанға гастролгә йыйынып йөрөгән еренән ҡапыл дауаханаға эләгеп вафат булыуы барыһы өсөн дә көтөлмәгән булды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Гөлли Мөбәрәкованың туғандарының, яҡындарының һәм коллегаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Барыһы өсөн дә кешелекле, кеселекле булған Гөлли Арыҫлан ҡыҙы беҙҙең өсөн ысын мәғәнәһендә остаз булды, ти йәш артистар. Замандаштары менән уртаҡлашыр күңел сәхифәләре, йөрәк түрендә йөрөткән матур ҙа, фәһемле лә, тетрәндерерлек тә хәтирәләре, әйтелмәгән һүҙҙәре лә бар ине әле уның.

Хеҙмәте бихисап маҡтаулы исемдәр менән баһалағанһа ла, Гөлли Арыҫлан ҡыҙы өсөн иң ҡиммәтлеһе– тамашасы мөхәббәте, халыҡтың уның ижадын яратып ҡабул итеүе булды, ти Олег Закир улы. Милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашына тиң данлыҡлы ил инәһе, һөнәренең оҫтаһы булған шәхес беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.