Һәр кеше һеҙҙән ғәҙеллек көтә һәм һеҙ ҡанундарҙың теүәл үтәлешен тәьмин итергә тейешһегеҙ. Ошо турала бөгөн Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров район-ара, ҡала һәм район судттары рәйестәренең семинар-кәңәшмәһендә белдерҙе. Башҡортостанда йылдан йыл судьяларҙың эше арта. Быны Радий Хәбиров та билдәләп китте. Нисек кенә ауыр булмаһын республика етәксеһе судъяларҙы намыҫлы эшләргә, белемен камиллаштырырға, граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡларға саҡырҙы.
Республика етәксеһе судъяларҙы намыҫлы эшләргә саҡырҙы
Тулыраҡ: Республика етәксеһе судъяларҙы намыҫлы эшләргә саҡырҙы