Ниндәй материалдарҙан эшләнгән асфальттың сифаты яҡшыраҡ?

Тулыраҡ: Ниндәй материалдарҙан эшләнгән асфальттың сифаты яҡшыраҡ?

Өфөлә Ағиҙел аша өсөнсө күпер һалыу һәм Көнсығыш сығыу юлын төҙөү, федераль юлдарҙы төҙөкләндереү, республиканың транспорт һәм юл инфрастуктураһын үҫтереү, транспорт хужалығын яңыртыу. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының киңәйтелгән коллегияһында ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса фекер алыштылар. Ниндәй материалдарҙан эшләнгән асфальттың сифаты яҡшыраҡ? Хеҙмәт итеү йылы оҙағыраҡ булһын өсөн юлдарҙа ниндәй видеокүҙәтеү камераларын ҡуйырға? Ултырышҡа килеүселәр фекер алышыуҙы төбәктең юл-транспорт комплексы предприятиелары күргәҙмәһен ҡарауҙан башланы. Осрашыуҙа был тармаҡтың алдынғы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләгәндән һуң, етди һөйләшеүгә күстеләр. Үткән йылдың эш һөҙөмтәләре менән бер рәттән, киләсәккә маҡсаттар ҙа яңғыраны. Быйыл федераль ярҙам күләме ике тапҡырға күберәк буласаҡ. Башҡортостан хөкүмәте ярҙамы менән Ағиҙел аша өсөнө күпер һәм Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөүгә өҫтәмә сығымдар ҡаралған. Әйткәндәй, быйыл үҙ тарихында тәүге тапҡыр Стәрлетамаҡ агломерацияһы “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө федераль проектына инә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров юлдарҙағы авариялар һанын кәметеү йәһәтенән етди саралар күреү бурысын да ҡуйғайны. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына авариялар күп теркәлгән юлдарҙың исемлеген төҙөй. Тап ошо хәүефле урындарҙа ремонт эшләнеп, хәрәкәт ҡыҙыу булған ерҙәрҙә күҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ. Төп маҡсаттарға килгәндә, был тәү сиратта, Өфөнөң транспорт системаһын үҫтереү, икенсенән, Башҡортостанды башҡа төбәктәр менән бәйләүсе төп магистраль юлдарҙы федераль ҡарамаҡҡа күсереү эшен башлау. Өсөнсөнән, көнөнә 33 меңдән ашыу машина үткән Р-240 магистрале, йәғни Өфө-Ырымбур трассаһының Стәрлетамаҡ янындағы өлөшөн дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү.