Буранлы ҡыш

Тулыраҡ: Буранлы ҡыш

Республиканың көньяҡ райондарында йәшәүселәр беҙгә күҙ асҡыһыҙ буран сығыуы тураһында хәбәр итә. Был кадрҙар Көйөргәҙе районында төшөрөлгән. Ермолаево ауылы янында машиналар хәрәкәте туҡтаған, юл юҡ тип хәбәр итә шаһиттар. Республика биләмәһендә көслө ел хәүефе бөгөн дә һаҡлана. Юлдарға көрт һалыуы ихтимал. Ял көндәрендә лә ҡар яуасаҡ, тип иҫкәртә синоптиктар.