Был республикала һаулыҡ һаҡлау белгестәренә ҡытлыҡты кәметеү йәһәтенән һөҙөмтәле аҙым. Башҡортостан хөкүмәтендәге сираттағы сәләмәтлек сәғәтендә медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса ҡарарҙар үтәлеше тикшерелде.Көн тәртибендә тәү сиратта граждандар мөрәжәғәттәренә байҡау яһала. Үткән ике аҙнала уларҙың һаны өс йөҙ самаһы. Күпселек мөрәжәғәт Өфө, Сибай, Салауат ҡалаларынан. Табиптар етешмәүе киҫкен ҡала. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин кадрҙар мәсьәләһе медицина уҡыу йорттарының сығарылыш студенттары иҫәбенә хәл ителер, тигән өмөттә. Яҡын киләсәктә ҡала һәм райондарҙа яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын төҙөү һәм ғәмәлдәгеләрен яңыртыу көтөлә. Радий Хәбиров төҙөлөштө ваҡытында тамамлауҙы төп бурыс, тип белдерҙе һәм медицина учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бирергә ҡушты.
Төбәк дауаханаларына 100 табип эшкә ҡайтҡан
Тулыраҡ: Төбәк дауаханаларына 100 табип эшкә ҡайтҡан