Радий Хәбировҡа мөрөжөғөт иткәндән һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһының беренсе дауаханаһы рентген аппаратлы булды. Мәсьәлә ике аҙна эсендә хәл ителде. Был операцияны заманса ҡорамалһыҙ эшләп булмай. Бер йыл элек ошондай уҡ аппарат сафтан сыға, шуға ла табиптарға элекке ысулға ҡайтып, күсермәле ҡоролманы ҡулланырға тура килә. Яңы электрон оптик прибор иһә, рентгенды урында эшләргә мөмкинлек бирә. Стәрлетамаҡ дауаханаһына республиканың көнъяғында йәшәгән барлыҡ пациенттар мөрәжәғәт итә. Шуға ла уларҙы дауалау өсөн заманса медицина ҡрамалдары ла талап ителә. Яңы рентген аппараты операцияны ике тапҡырға тиҙерәк эшләргә мөмкинлек бирә. Иҫкеһен йүнәлтеп алыу өсөн бер миллион һум тирәһе аҡса талап ителә. Уны сафҡа индереү менән сираттар ҙа кәмейәсәк, ти табиптар.
Стәрлетамаҡтың беренсе дауаханаһы рентген аппаратлы булды
Тулыраҡ: Стәрлетамаҡтың беренсе дауаханаһы рентген аппаратлы булды