Алкоголь һатыу киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем сикләнеүе ихтимал

Тулыраҡ: Алкоголь һатыу киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем сикләнеүе ихтимал

Республика парламенты алкоголь һатыуҙы киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем сикләү тураһындағы башланғыс менән сығыш яһарға ниәтләй. Төнөн һәм иртәнге сәғәттәрҙә алкоголь һатыуҙы тыйыу башланғысын барыһы ла хупламай. Бигерәк тә быға эшҡыуарҙар ҡаршы. Шуға ла депутаттарға уларҙың тәҡдимдәрен дә иҫәпкә алған ҡанун проектын эшләргә кәрәк. Башҡортостанда әле магазиндарҙа төнгө сәғәт 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла. Яңыраҡ Әбйәлил районында көмөшкә һатыусыларҙы асыҡлау буйынса рейд ваҡытында 560 урында тикшереү ойошторолдо, рөхсәтһеҙ һатыуҙа булған 5 тоннанан артыҡ хәмер тартып алынды. Киләсәктә бындай рейдтар башҡа райондарҙа ла уҙғарыласаҡ.