Быйыл социаль объекттар, газ, һыу үткәргестәр төҙөүгә 1 миллиард 100 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана. Асҡын һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылдарында һыу үткәреү, Нуриман районында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөү, газ үткәреү, 8 районда яңы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр төҙөү күҙаллана. Ошо турала Мәсәғүттә “Төнъяҡ-көнсығыш райондарҙа кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү”гә арналған кәңәшмәлә Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов белдерҙе. Субрегионға йәлеп ителгән инвестиция үҫеше уртаса республика күрһәткестәренән юғары. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү күләме бер йыл эсендә 18 процентҡа артҡан. Быға төнъяҡ-көнсығыш райондарҙы комплекслы үҫтереү программаһы этәргес бирә. Әйткәндәй, ул ике йылдан үҙ эшен йомғаҡлай, шуға ла район етәкселәренә һәм йүнселдәргә мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға һәм күберәк яңы эш урындары булдырыу өҫтәндә эшләргә саҡырҙы программа кураторы.