Был Белорет ҡалаһында булған фажиғә. Ҙур тиҙлектә елеүсе мотоцикл бордюрға бәрелеп юлдан сығып оса. Республикала бындай авариялар бихисап. Йыл башынан Өфөлә генә мотоциклдар ҡатнашлығында 15 авария теркәлгән, уларҙа 2 кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла 17-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған. Фажиғәле хәлдәрҙең береһе 12 июнь көнө Октябрь Проспектында теркәлде, 100 километрҙан ашыу тиҙлек менән килгән мотоциклист боролош яһаған автомобилгә бәрелә һәм ваҡиға урынында һәләк була. Ошондай хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында бер ай дауамында инспекторҙар ике тәгәрмәсле техниканы тикшерәсәк. Документһыҙ, водитель танытмаһыҙ һәм страховкаһыҙ… Ике тәгәрмәсле техникаға арналған махсус операция башланыу менән тәүге ҡағиҙә боҙоусылар ҙа асыҡланды. Марат исемле егет водитель танытмаһына уҡып алырға аҡса юҡ тип һылтана, ә транспорттың иҫәпкә ҡуйылмауын аңлата алманы. Хәҙер иһә уға бер юлы 3 статья буйынса яуап бирергә тура киләсәк. Танытмаһыҙ руль артына ултырған өсөн 5 мең һумдан 15 меңгә тиклем, мотоциклын иҫәпкә ҡуймаған өсөн тағы ла 500 һум һәм страховкаһыҙ йөрөгән өсөн 800 һум. Инспекторҙар тәүге тапҡыр эләккәнгә водитель танытмаһы булмаған өсөн минималь сумма 5 мең штраф һалды, дөйөм сумма 6 мең һумдан ашыу. Ә бына ике тәгәрмәсле дуҫы менән уға хушлашып торорға тура килә, уны туҡталҡаға бикләйәсәтәр. Йәй ваҡытында ике тәгәрмәсле техникалар ҡатнашлығында авариялар йышая, күп осраҡта ата-әсәләр 16 йәше тулмаған балаларҙы транспорт менән оло юлға сығара, закон буйынса улар өсөн ололар яуаплы, ә документһыҙ йөрөүсе мотоцикл хужалары
Баш ҡалала “Мотоциклист” операцияһы үтә
Тулыраҡ: Баш ҡалала “Мотоциклист” операцияһы үтә