2008-се йылдан алып үткәрелгән был сара хәҙер күркәм йолаға әйләнгән. Уның географияһы ла киңәйә бара. Быйыл хәрби-патриотик ярышта ҡатнашыу өсөн Баймаҡ,Йылайыр,Әбйәлил райондары һәм Сибай ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәре командалары ла килгән. Бәйге сиктәрендә бауҙан эшләнгән коридор аша үтеү, йүгереү, граната ташлау, беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү кеүек беренселектәрҙә иң маһирҙар билдәләнә. Ярыштың иң мауыҡтырғыс мәле-„Тау батшаһы„ уйыны. Был төр бәйгенең төп шарты команда менән бергә,юғалтыуһыҙ билдәләнгән ҡалҡыулыҡты алыу. Бәйгелә һәр команда ҡайһылыр йүнәлештә айырыуса көслө ине. Сибайҙың “Адреналин” ,Йылайырҙың “ 9-сы рота“,Әбйәлилдән “Патриот “,Баймаҡ районының “Ирәндек “ командалары айырыуса отҡор һәм етеҙ булыуын күрһәтте. Дуҫтарса, байрам кәйефендә үтһә лә ярыштың еңеүсеһе булырға тейеш. Һөҙөмтәлә Йылайырҙар дүртенсе,Әбйәлил районы командаһы –өсөнсө, Баймаҡтар –икенсе, Сибай ҡалаһы командаһы –беренсе урын яуланы.
Баймаҡ районында медицина тармағы хеҙмәткәрҙәре араһында ,,Зарница,, хәрби-патриотик спорт уйыны үтте
Тулыраҡ: Баймаҡ районында медицина тармағы хеҙмәткәрҙәре араһында ,,Зарница,, хәрби-патриотик спорт уйыны үтте