Республика кимәлендәге кәңәшмәне уҙғарыу урыны итеп Саҡмағош районы һайланды. Базы кооперативында яңы техника өлгөләре, төрлө сорт иген, агросәнәғәт өлкәһендәге заманса ысулдар менән танышыу мөмкинлеге бар. Кәңәшмә эшендә төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашасаҡ.