Сибай ҡалаһының һәләтле балалары Мәскәүҙә Башҡортостандың 100 йыллығына арнап үткәрелгән концертҡа бара

Тулыраҡ: Сибай ҡалаһының һәләтле балалары Мәскәүҙә Башҡортостандың 100 йыллығына арнап үткәрелгән концертҡа бара

Ул 6-сы март Мәскәүҙә Халыҡ-ара музыка йортонда үтә. Был турала Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә әйтелде. Концертта Башҡортостандан сыҡҡн билдәле артистар сығыш яһаясаҡ. Улар араһында-Илдар менән Асҡар Абдразаҡовтар,Владимир Спиваков, Роберт Юлдашев, Рөстәм Хәмидуллин һәм башҡалар.

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеүенсә, был концерт иҫәтлекле датаға бәйләп үткәреләсәк күләмле сараларға старт бирергә тейеш. Был концерттан һуң 12 мартта Федераия Советында Башҡортостан көндәре үтәсәк. Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан тантаналы ултырыш 23 мартҡа билдәләнгән. Һуңынан инде ошондай уҡ йыйылыштар район һәм ҡалаларҙа үтәсәк.