Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Венесуэла һәм Колумбия сигендәге бәрелештәрҙә Редфиш проекты журналисы йәрәхәтләнгән. Репортер оппозиция вәкилдәренең автомобиле аҫтында ҡалған. Сик буйында тәртипһеҙлектәр сәбәпле кәм тигәндә 285 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Быйыл Рәсәйҙә “Лада” 677 проектына ҡараған “Кронштадт” субмаринаһын тикшереү башлана. Бындай суднолар дизель-электр субмариналарының дүртенсе быуынына ҡарай һәм “Калибр” ракета комплекстары менән ҡоралланған.

Колумбия етәкселеге ҡарары менән ил наркобароны Пабло Эскобар йәшәгән йәшәгән йорт емерелгән. Медельин ҡалаһындағы һигеҙ ҡатлыҡ бина туристар араһында бик популяр булған. Емерелгән йорт урынында парк төҙөү, Медельин картеленең меңләгән ҡорбандарына һәйкәл ҡуйыу ҡарала.

Германияла ғалимдары ҡатын ҡыҙҙарҙың күкрәк биҙе яман шешен дауалауҙың яңы ысулын тәҡдим итә. Быға тиклем ауырыуҙы пальпация, маммография һәм МРТ юлы менән асыҡларға мөмкин ине. Яңы ысул пациенттарҙы нурландырыу менән бәйле түгел.