Ейәнсура районы Иҙелбәк ауылында янғында өс кеше һәләк булды

Тулыраҡ: Ейәнсура районы Иҙелбәк ауылында янғында өс кеше һәләк булды

Уның береһе йәш ярымлыҡ сабый. Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә торлаҡ йортто тулыһынса ут ялман алған була. Ут менән бер-нисә сәғәт көрәшергә тура килә. харбалар аҫтында өс кешенең мәйете табыла. 51 йәшлек ҡатын йәрәхәттәр менән район дауаханаһына оҙатылған. Йорт хужабикәһенең ике ҡыҙы, янғын башланғас та, йорттан сығып өлгөргән. Үткән аҙнала республикала 94 янғында 8 кеше һәләк булған.