Фән һәм мәғариф өлкәһен күҙәтеүсе федераль хеҙмәт өсөнсө йыл рәттән ошо акцияны ойоштора. Ул мәктәп тамамлаусыларҙы көткән яуаплы ваҡиғаны тыныс һәм йыйнаҡ үткәрергә булышлыҡ итә. Ғәҙәттә ата-әсә балаһы дәүләт имтиханын биргәнде өйҙә генә борсолоп көтә. Бөтә Рәсәй акцияһы иһә бар мәшәҡәттәрҙе үҙ йөрәгең аша үткәреп уҡыусылар кәйефен төптән тойорға ярҙам итә. Быны ата-әсә лә, балалар ҙа таный. Имтихан тапшырыу шарттарында тик бер айырма – мәсьәләләр сисеүгә бары 40 минут бирелә. Ҡалған талаптар үҙгәрешһеҙ. Ҡабул итеү бүлмәһенә тик авторучка алып инергә ярай. Бәйләнеш саралары, дәфтәр тураһында һүҙ ҙә юҡ. Шәхси документтар штабта ҡала. Бында иһә киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә махсус рөхсәт менән генә үтә ала. Был имтихан барышын видеокүҙәтеү штабы. Камералар хатта беҙҙең хәрәкәтте теркәп бара. Яҙмалар киләһе йылдың беренсе мартына тиклем һаҡлана. Бәхәсле осраҡтар килеп тыуһа тап ошо яҙмалар төп иҫбатлау сараһы булараҡ ҡулланыла. Видеокүҙәтеү күнегелгән күренеш, әммә имтихан күнегеүҙәре лә онотолмаған булып сыҡты. Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин мәктәпте тамамлауға 30 йыл үтһә лә, яҡшы билдәһенә етерлек балл йыйғанын белдерә. “Берҙәм дәүләт имтиханын ата-әсә менән” акцияһында йыл да меңәрләгән кеше ҡатнаша. Республикала ул февраль аҙағына тиклем. Сараның төп маҡсаты – имтихан биреү ғәмәленең тыныс һәм хәүефһеҙ икәнен күрһәтеп балаларҙы етди һынауға көнэлгәре әҙерләү.
Берҙәм Дәүләт имтиханына ата-әсә менән
Тулыраҡ: Берҙәм Дәүләт имтиханына ата-әсә менән