Башҡортостан спортсылары яңы үрҙәр яулай

Тулыраҡ: Башҡортостан спортсылары яңы үрҙәр яулай

Шаҡша ҡасабаһында урынлашҡан Олимпия резервындағы 1-се спорт мәктәбе спорсылары Рәсәй кимәлендә үтәсәк ярыштарҙа Башҡортостан данын яҡларға әҙерләнә. Әле улар Өфө ҡалаһы беренселегендә ҡатнаша. Шаҡша ҡасабаһында урынлашҡан Олимпия резервындағы 1-се спорт мәктәбе спортсылары боҙға сығырға әҙерләнә. Бөгөн уларҙың сираттағы ярышы. Өфө ҡалаһы беренселегендә үҫмерҙәр үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Тренер Татьяна Черепанова әйтеүенсә, боҙға сығыр алдынан иң мөһиме конькиҙарҙы үткерләү. Камила Дәүләтгәрәева шорт-трек менән 3 йылдан ашыу шөғөлләнә. Ошо арауыҡ эсендә йәш спортсы республика, Рәсәй кимәлендә үткән ярыштарҙа оло еңеүҙәргә өлгәшкән. Был спорт төрөнә мине әсәйем алып килде, ти ул. Шорт-тректан тыш шулай уҡ конькиҙа шыуыу төрөн үҙләштерә. Башҡортостанда профессиональ спортҡа нигеҙ XIX быуатта һалына. Республикала әле 100-ҙән ашыу спорт төрө иҫәпләнә, төбәктә 50-нән ашыу спорт федерацияһы эшләй. Олимпия уйындары чемпиондары Семен Елистратов һәм Руслан Захаров тап ошо мәктәптә шөғөлләнгән. Бынан тыш, тағы ла тиҫтәләгән спортсылар республика, Рәсәй чемпиондары исемдәренә лайыҡ булған. Олимпия резервындағы 1-се спорт мәктәбе директоры әйтеүенсә, йылдан-йыл спорт менән мағыусылар арта бара. Йәш спортсыларҙың күптәре киләсәктә Башҡортостандың данын яҡлаған спортсыларға тиңләшергә теләй. Тик был өлкәлә республиканың ҡайһы бер райондарында спорт залдары етмәүе төп проблемаларҙың береһе.