Республика етәксеһе «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсылары менән осрашты

Тулыраҡ: Республика етәксеһе «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсылары менән осрашты

Республика етәксеһе плей-офф алдынан «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсылары менән осрашты.Радий Хәбиров әйтеүенсә, команда өсөн республикала йәшәүсе һәр кем көйә. Гагарин кубогын алыр өсөн клубтың бөтә мөмкинлектәре лә бар. “Башҡортостан хөкүмәте командаға артабан да ярҙам итәсәк,”-тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе балалар хоккейын үҫтереү кәрәклеге хаҡында ла белдереп, сит ил уйынсыларына мөрәжәғәт итте, ҡапҡасы Юха Метсоланы тыуған көнө менән ҡотланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Салауат Юлаев» хоккей клубы өсөн плей-офф бөгөн башлана. Тәүге серия Магнитогорскиҙа урындағы «Металлург» менән. Өфөлә серия 1 һәм 3 мартта дауам итә.