Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы эпидемияһы менән ауырыусылар кәмей башлаған. Был хаҡта бөгөн Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығынан хәбәр иттеләр. Һуңғы дүрт аҙнала ауырыусылар артҡандан-артһа, үткән аҙнала улар 8 процентҡа кәмегән. Ауырыуҙың эпидемик сиктән күтәрелеүе өлкәндәр араһында ғына күҙәтелә. Өфөлә киҙеү һәм йоғошло инфекция менән сирләүҙең 12 мең осрағы теркәлде.
Грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар кәмей башлаған
Тулыраҡ: Грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар кәмей башлаған