10-сы сабыйын тапҡан Светлана Шабалина бала табыу йортонан сыҡты

Тулыраҡ: 10-сы сабыйын тапҡан Светлана Шабалина бала табыу йортонан сыҡты

Хәҙер ғаиләлә 5 ҡыҙ һәм 5 малай бар. Вячеслав Шабалин бәпесте һәм унынсы баланы бүләк иткән һөйөклө ҡатынын түҙемһеҙләнеп көтә. Ғаилә башлығы унынсыға тап ҡыҙ тыуырын алдан белгән булған. Хәҙер ғаиләлә 10 бала, уларҙың күбеһенең араһы уртаса 1 йәш, йәш ярым. Бәләкәстәрҙе ағай-апайҙары ҡараша. Ә иң өлкәндәре Данил икенсе ҡалала уҡып йөрөй. Шабалиндар Екатеринбург ҡалаһынан күсеп килгән. Әсәлек капиталына иҫке генә йорт һатып алып төкөтмә төҙөгән. Ата-әсә билдәләүенсә, балалар бәләкәй булғас, әлегә урын етә. Халҡыбыҙҙа “Мал тапмаҫ ир булмаҫ, бала тапмаҫ ҡатын булмаҫ” тигән мәҡәл бар. Светлана һәм Вячеслав та ишле ғаилә хаҡында хыялланған. Әйткәндәй, балаларҙың исем-шәрифтәре паспортҡа һыйып етмәй, тик алтауһы яҙылған. Ата-әсә үҙ көсөнә генә ышана, әммә, 10 баланы ашатыу һәм кейендереү еңелдән түгел. Балалары ата-әсәһенә ярҙам итергә тырыша. Ҡыҙҙар, мәҫәлән, аш-һыу бүлмәһендә ҡайнаша. Һәр кемгә айырым вазифа билдәләнгән. Йәмғиәттең Шабалиндарға ҡарата мөнәсәбәте төрлөсә. Кемдер ишле ғаилә ҙур күләмдә пособие ала тип уйлай. Әммә, Екатеринбургта теркәлгән һәм Башҡортостанда йәшәгән ата-әсә ташламаһыҙ ҡалған. Шуға күрә, ғаилә башлығына бер үҙенә донъя йөгөн тартырға тура килә. Ғаилә башлығына йорт тирәһендә улдары ярҙам итә. Береһенән береһе бәләкәй булһалар ҙа улар һынатмай. Ғаилә тауыҡтар үрсетә, киләсәктә кәзә, сусҡа аҫрарға, күркә алырға иҫәп тота. Йорттарында ремонтты тамамлап, тағы ла киңәйергә хыяллана атай кеше. “Бер бала – юҡ бала, ике бала – ярты бала, өс бала – бөтөн бала” ти халҡыбыҙ. Шабалиндар ишле ғаилә булыуҙары менән бәхетле. Уларҙы 10-сы бала тыуыуы менән Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡотланы.