Пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр алған хаҡлы ялдағылар һәм балаға пособие алған әҙ тәьмин ителгән ғаиләләр республиканың күп функциялы үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала. Улар өсөн цифралы телевидениены ҡарарға мөмкинлек биргән приставка алыу һәм уны телевизорға тоташтырып, көйләү бушлай буласаҡ. Әйткәндәй, кәрәкле ҡоролманы хәҙер почта бүлексәләрендә лә һатып алырға мөмкин. Гүзәлиә Ғөбәйҙуллина почта бүлексәһендә, ғәҙәттә, матбуғат баҫмаһын алһа, был юлы иһә телевизион приставка артынан килгән. Мультиплексҡа ингән 20 каналды бушлай ҡарарға мөмкинлек биргән приставкалар почта һәм элемтә бүлексәләрендә һатыла башлағанын белгәс, ауылда йәшәүселәрҙең цифралы телевидениеға ҡыҙыҡһыныуы артты, ти хеҙмәткәрҙәр. Ғөбәйҙуллиндар ғаиләһе менән беренсе мультиплексҡа ингән Рәсәй телеканалын ҡарарға ярата, шуға ла һәр бүлмәлә тиерлек телевизор барл. Гүзәлиә хәҙер өсөнсө приставка һатып ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан цифралы телевидениеға күсеү уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса айырым ҡатлам граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Был исемлектә 120 меңдән ашыу кеше — пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр алған хаҡлы ялдағылар һәм балаға пособие алған әҙ тәьмин ителгән ғаиләләр. Улар өсөн цифралы телевидениены ҡарарға мөмкинлек биргән приставка алыу һәм уны телевизорға тоташтырып, көйләү бушлай буласаҡ. Әле республиканың күп фукциялы үҙәктәрендә был компенсацияны алыр өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы. Бының өсөн ни бары ғариза, паспорт, йәшәү урыны буйынса теркәлеү тураһындағы таныҡлыҡ, цифралы приставканы һатып алғандағы чек йәки квитанция, уның техник паспорты һәм банктағы иҫәптең реквизиттары кәрәк. Цифралы приставкаларҙың уртаса хаҡы — мең һум. Унан күпкә ҡиммәтерәккә һатҡан мутлашыусыларҙан һаҡ булырға саҡыра белгестәр. Өлкәндәргә аңлатыу эштәрен ирекмәкдәр ҙә алып бара. Улар кәрәкле мәғлүмәт менән буклеттар, брошюралар тарата, телевизорҙарҙы ла көйләргә ярҙам итәләр. Күп функциялы үҙәктәрҙә ғаризаларҙы 2019 йылдың 25 декабренә тиклем ҡабул итәләр. Ә цифралы сигнал барып етмәгән урындарҙа йәшәүселәргә 20 каналды бушлай ер юлдашы тәрилкәһе аша ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. Уны урынлаштырыуҙы һорап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына 3 июнгә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тап 3 июндә Башҡортостанда аналог телевидениеһы эшмәкәрлеген туҡтата. Беренсе мультиплексҡа ингән “Рәсәй Башҡортостан” телеканалын да хәҙер миллионлаған кеше юғары сифатта ҡарай ала. Беҙҙең телекомпания Рәсәйҙә тәүгеләрҙән цифралы форматҡа күсте.
Цифралы приставканы бушлай алыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы
Тулыраҡ: Цифралы приставканы бушлай алыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы