Бөгөн Өфөлә хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде

Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде

Бүләкләнеүселәр араһында һәр кем яҡшы белгән исемдәр ҙә, теле- һәм фотообъективтарға беренсе тапҡыр эләккәндәр ҙә бар.Дәүләт наградаларын тапшырыу – матур йола. Тантана тәртибе камиллығы менән һоҡландыра. Һәр кем тулҡынланыу аша ғорурлыҡ тойғоһон да кисерә. Наградалар тапшырыу алдынан Республика башлығы тәбрик һүҙе менән мөрәжәғәт итте.Юғары дәүләт наградаларына лайыҡ ватандаштарыбыҙ араһында ҙур уңышҡа өлгәшкән хоккейсылар, һөнәри өлкәлә фиҙаҡәрлек күрһәткән, сәнғәткә һәм мәҙәниәткә хеҙмәт иткән, халыҡ мәнфәғәттәре өсөн тырышлығын һалған кешеләр бар. Исемлектә барыһы 44 бүләкләнеүсе. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ хеҙмәт юлы. Рәсәй һәм Башҡортостан композиторҙар берлеге ағзаһы, урта-махсус музыка колледжы уҡытыусыһы Лилиә Латиповаға Республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеме бирелде. Мәғариф өлкәһендә сирек быуат хеҙмәт иткән, уҡытыу эшенә бар тырышлығын һалған һәм атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, тигән юғары исем алған педагогтар араһында Салауат ҡалаһының белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Иҫәнғолова ла бар. Йәмғиәттә матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының да әһәмиәте ҙур. Республиканың юғары наградалары менән бөгөн газета, радио хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде.Һәр кемдең үҙ урынындағы эше яратҡан хеҙмәт коллективы тыуған республика ҡаҙаныштарын байыта. Был юҫыҡта беренсе йәиһә икенсе дәрәжәле эш юҡ. Ил үҫеше өсөн һәр һөнәр эйәһенең тырышлығы мөһим.