Өфөгә еңеү менән

Тулыраҡ: Өфөгә еңеү менән

Салауат Юлаев хоккейсылары плей оффтағы икенсе уйында Магнитогорскийҙың “Металлургын” 4 кә бер иҫәбенә ҡыйратты. “Юлаевсыларҙың” барыһы ла тағы ла бер тапҡыр еңелеүҙең үлемгә тиң икәнен яҡшы аңлай ине. Ә көйәрмәндәр күҙенә нисек ҡарарға һуң? Уйын башланыр алдынан Салауат Юлаев командаһының һәр хоккейсыһы үҙ-үҙенә ошо һорауҙы биргәндер. Шуға ла икенсе уйындың тәүге осоронда беҙҙең хоккейсылар алға ынтылды, ә Йозеф Яндачтың металлургтары бөтөнләй баҙап ҡалды. Магнитогорск хоккейсылары үҫмерҙәр командаһын хәтерләтә ине. Тамам аптырашта ҡалған көйәрмәндәр баш һелкеүҙән арып бөткәндә, юлаевсыларҙың баҫымының сәбәбен аңлап ҡала. Трибунала үҙ командаһын республика етәксеһе Радий Хәбиров алға әйҙәй ине. Магнитогорскийҙың меңләгән көйәрмәне уға ҡаршы тора алманы. Һөҙөмтәлә 4 кә 1. Радий Фәрит улы Сибайға эш сәфәренән һуң күрше ҡалаға инеп уйынды ҡарарға булған. Шулай итеп, юлаевсылар Радий Хәбиров менән бергә еңеү яулап Өфөгә ҡайтты.