Урал тау-металлургия компанияһы Сибай ҡалаһына 200 миллион һум аҡса бүлә

Тулыраҡ: Урал тау-металлургия компанияһы Сибай ҡалаһына 200 миллион һум аҡса бүлә

Бынан тыш, ул быға тиклем ҡабул ителгән барлыҡ социаль йөкләмәләрен үтәргә вәғәҙәләй. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәре ваҡытында халыҡ менән осрашҡанда белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Сибай ҡалаһында балалар модель китапханаһында уҡыусылар менән осрашты, учреждениеға Рәсәй китап союзынан әҙәби һәм фәнни-популяр китаптар тапшырҙы. Балалар үҙҙәренең яратҡан китаптары, шөғөлдәре, уңыштары тураһында һөйләне. Радий Хәбиров Урал тау-металлургия компанияһы директоры Андрей Козицын менән Сибай карьерында барған эштәрҙе ҡарап сыҡты. Сибайҙа һәм Әбйәлилдә 14 — 15 июндә Бөтә Рәсәй һабантуйы ойоштороласаҡ. Инвесторҙарҙы йәлеп итеп, Урал аръяғын үҫтереү һәм эшлекле әүҙемлекте арттырыу әле төп бурыс булып тора. Сарала төрлө илдәрҙән 3 меңдән ашыу вәкил ҡатнашыуы көтөлә. Радий Хәбиров Сибайға тағы ла 20 марттан һуң килеп халыҡ менән осрашырға вәғәҙәләне. Тап ошо ваҡытҡа карьерҙы һыу менән тултырыу тамамланырға тейеш.