Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында бөгөн депутаттарҙың эшсе төркөмө Сибайҙа алып барған тикшереүҙәре буйынса мәғлүмәт бирҙе. Эшсе төркөм үткән йылдың 13 декабрендә ойошторолғайны. Депутаттар Сибай карьерында руда быҫҡыу сәбәпле халыҡҡа зыян килеү осрағын иҫкәртеү маҡсатында төбәктә экологик хәлде тикшереү эштәрендә ҡатнашты. Төбәк парламентының 2018 йылда ҡануниәт торошона бәйле эшмәкәрлегенә килгәндә ул ил президенты һәм республика етәксеһенең депутаттарға юллаған мөрәжәғәтендә билдәләнгән бурыстарҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән. Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, документтарҙың күпселеге иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе күҙ уңында тота.
Көкөрт диоксиды менән ағыуланыу осрағы теркәлгәне юҡ
Тулыраҡ: Көкөрт диоксиды менән ағыуланыу осрағы теркәлгәне юҡ