Вашингтон Венесуэланың оппозицияны яҡламаған һәм гуманитар йөктө үткәрмәгән хәрбиҙәренә ҡарата санкциялар индерергә йыйына. Был хаҡта Америка президенты ярҙамсыһы Джон Болтон белдерҙе. Венесуэла етәкселеге ярҙамды ҡабул итеүҙән баш тарта һәм Вашингтон гуманитар һәләкәт тураһындағы белдереүҙәре менән илгә хәрби һөжүмен аҡларға тырыша тип раҫлай. Интернейшнл Акшен Сентр ойошмаһы етәксеһе Ҡушма Штаттар нефть өсөн сираттағы һуғыш башлар алдынан законлы хөкүмәтте таратып Венесуэлала иҡтисади тотороҡлолоҡто ҡаҡшатырға тырыша, тип белдерҙе.
Вьетнам етәкселеге Ким Чен Ынға оҡшаған актер Говард Эксты илдән ҡыуған. Ул Дональд Трампҡа оҡшатып кейенгән дуҫы менән бергә Ханойҙың опера театры алдында “ялған саммит” ойошторорға ниәтләгән. Ике актерға ла ҡаты иҫкәртеү яһалған.
Алтай крайында бесәйҙәр ҡар аҫтына сумып сысҡандар аулай башлаған. Ғәҙәттә, ҡышын бындай ысул менән төлкөләр һунар итә. Аслыҡтан ҡарға ла сумырға тура килә, тигән һығымта эшләгән видео авторы.
Италияның Виареджо ҡалаһында Европалағы иң күләмле фестивалдәрҙең береһе үтә. Бында папье машенан эшләнгән ҡурсаҡтар-төп геройҙар. Быйыл карнавалда донъя океанының бысраныуына ҡаршы көрәшеү сиктәрендә пластмасса ҡалдыҡтары менән ҡапланған кит фигураһы күрһәтелде.
Мальтаның айырым райондарында көслө ел бик күп биналарҙы емергән. Ғәйрәтле тулҡындар әллә күпме балыҡты ярға ташлаған. Утрауҙа йәшәүселәр балыҡты тоҡтарға тултырып йорттарына алып ҡайта, тип хәбәр итә мәғлүмәт агентлыҡтары.