“Рәсәй лидерҙары” Бөтә Рәсәй конкурсында 200 мең кеше ҡатнашып, Волга буйында федераль округының 12 төбәгенән 34 конкурсант финалға сыҡты. Улар араһында Башҡортостандан 6 кеше бар. Тәүлегенә 24 сәғәт эшләү – ошо осраҡта ғына эшҡыуарҙың эше алға барасаҡ, ти Дмитрий Денисенко. Дмитрий авиация университетының 3-сө курсында уҡығанда уҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай. Үткән йылда иһә үҙенең заводын аса. Тауыш үткәрмәү ҡоймаларын тулыһынса бер урында юғары сифатта етештереү конструкцияның хаҡтарын баҙар кимәленән арттырмаҫҡа ярҙам итә, ти эшҡыуар. Рулондағы тимергә тишектәр тауыш үткәрмәҫ өсөн эшләнә. Цехта тыуған илдә етештерелгән станоктар ҡулланыла, сөнки улар менән эшләүе күпкә еңел, ти эшҡыуар. Был экрандар юл буйында урынлаштырыла, йәшәгән йорттарҙы автомобиль, тимер юлы тауыштарынан һаҡлау өсөн ҡуйыла.Тауыш үткәрмәү панелдәре төрлө проект буйынса эшләнә. Тап ошондай панелде Өфө аэропорт юлында күрергә мөмкин, ә былары Тимашев ауылының яңы күперендә урынлаштырыласаҡ. Завод ҡоймаларҙы Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә етештерә. Цехта 20 хеҙмәткәр эшләй. Һәр береһенең үҙ эш урыны. Етәксенең төрлө мәсъәләрҙе хеҙмәткәрҙәр менән бергә хәл итеүе, бер командала эшләүе, уларҙың фекерҙәрен ишетә белеүе – заман талабы, ти Дмитрий Денисенко. Дмитрий Денисенко Рәсәй лидеры конкурсында ҡатнашып, 200 кеше араһынан финалға үтте. Бәйгегә ул йыл дауамында төрлө йүнәлеш буйынса китаптар уҡып етди әҙерләнгән. Рәсәйҙең иң әүҙем кешеләре менән көс һынашып тәжрибә туплай. Киләсәктә Дмитрий заводты киңәйтеп тағы ла 20 кешегә эш урыны булдырырға ниәтләй. Конкурста ҡатнашҡанда ул мәктәп балалары өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойоштора һәм эшҡыуарлыҡ нескәлектәре менән таныштыра. Бындай осрашыуҙар һәр мәктәптә булырға тейеш, тигән фекерҙә эшҡыуар.Лидер һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә булырға тейеш, бошонҡолоҡ бар эште селпәрәмә килтереүе ихтимал, ти эшҡыуар. Дмитрий Денисенко 13-17 мартта Сочиҙа «Рәсәй лидерҙары» финалына сыҡҡан 34 конкурсант менән көс һынашасаҡ.
Рәсәй лидерҙары
Тулыраҡ: Рәсәй лидерҙары