Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Санкт-Петербургтағы Алмазов исемендәге медицина үҙәге араһында килешеү төҙөлдө. Был башланғысҡа нигеҙ һалыусы илдең баш кардиологы Евгений Шляхто Өфөләге хеҙмәттәштәренең эшмәкәрлеге менән танышты. Симуляция үҙәгендә студенттар тәүге ярҙам күрһәтә. Тап ошо үҙәктә буласаҡ табиптар аттестация үтә. Медицина кадрҙары әҙерләүсе комплекстың эшмәкәрлеге менән илдең баш кардиологы Евгений Шляхто танышты. Тап ул етәкләгән Санкт-Петербургтағы Алмазов исемендәге медицина үҙәге һәм Өфөләге юғары уҡыу йорто араһында килешеү төҙөлдө. Рәсәйҙең кардиологтар ойошмаһы президенты иғтибарынан Робот хирургияһы үҙәге лә ситтә ҡалманы. Бында робот ярҙамында үҙенсәлекле операциялар эшләнә. Операция мәлендә хирург Да Винчи тип аталған роборт артында эшләй. Ул пациенттың эсенә бәләкәй генә яралар аша индерелгән инструменттар менән идара итә. Ә робот хирургтың бөтә хәрәкәттәрен ҡабатлай. Ғәҙәттә, асыҡ ысул менән эшләнгән операция кешенең тәнендә 10-15 сантиметрлыҡ яра ҡалдырһа, хәҙер йөйҙөң ҙурлығы 10 миллиметрҙан да артмай. Урындағы табиптарҙың заманса технологияларҙы йылдам үҙләштереүен илдең төп кардиологы ла билдәләп үтте.Юғары уҡыу йортондағы уҡыуҙан тыш, илдең алдынғы медицина үҙәктәрендә өҫтәмә белем биреү — йәш хирургтарҙың, кардиологтарҙың оҫталығын арттырыу һәм кадрҙарға ҡытлыҡты кәметеү кеүек уртаҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
Республиканың йәш табиптары хәҙер илдең алдынғы клиникаларының береһендә белемен камиллаштыра ала
Тулыраҡ: Республиканың йәш табиптары хәҙер илдең алдынғы клиникаларының береһендә белемен камиллаштыра ала