Башҡорт Дәүләт университетының Сибай институты студенттарының бер төркөмө “Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар” тигән проект эшләне. Башҡорт әҙәбиәтен популярлаштырыу, йәштәр, шулай уҡ күреү һәләте сикле йәки һуҡыр кешеләр өсөн башҡорт әҙәбиәте өлгөләренең йөкмәткеһен үҙләштереү һәм өйрәнеүҙе еңелләштереү проекттың төп маҡсаты булып тора.
Ул Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булды. Китапҡа башҡорт әҙәбиәте классиктарының 75-ләп әҫәре инәсәк. Әле аудиокитаптарҙы яҙҙырыу башланған. Бының өсөн грант аҡсаһына кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған, махсус бүлмә йыһазландырылған. Әлегә 50-ләп әҫәр яҙҙырылған.