Ҡарбуз миҙгеле башланды

Тулыраҡ: Ҡарбуз миҙгеле башланды

Витаминдарға бай, татлы еләкте нисек дөрөҫ һайларға, ҡулланырға һәм һаулығыңа зыян килтермәҫкә. Ҡарбуз һәм хуш еҫле ҡауын йәнә баҙар, магазин кәштәләрен тултырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап ошо мәлдә баҡса культуралары менән ағыуланған осраҡтар ҙа күбәйә. Һайлай белергә кәрәк, ти белгестәр. Ә нисек табырға һуң иң татлы һәм файҙалы емеште?! Ҡарбуз ябай еләк түгел, уны һатып алыу лотерея уйнатыуға тиң. Әгәр үҙегеҙҙең оҫталығығыҙ етмәй икән белгестәргә кәңәш итегеҙ. Татлы еләкте юл буйҙарынан, законһыҙ сауҙа итеү нөктәләренән алыу тыйыла. Баҙарҙа йә магазинда һатылған, сертификатлы баҡса культураларын шикләнмәй ашарға мөмкин. Химик мәтдәләр менән зарарланмаған ҡарбуз ашайым тиһәң уны баҡсала ла үҫтерергә мөмкин. Ә беҙҙең тәбиғәт шарттарында ул бешеп өлгөрәме, ошо хаҡта Ришат Ғәликәевтан һорайбыҙ. Ҡарбуз-ҡауын өлгөргән миҙгел август-сентябрь айҙарына тура килә. 90 процент һыуҙан торған гигант-еләкте йыш ҡына химикаттар менән тултыралар, яһалма ҡыҙартыу осраҡтары ла теркәлә. Үҫтергәндә химик матдәләр күп ҡулланылһа ҡарбуз ҙур, матур, ҡыҙыл әммә зарарлы буласаҡ.Еләктә химик матдәләрҙең күплеген ябай ғына ысул менән тикшереп ҡарарға мөмкин. Бер стакан һыуға бер-ике ҡалаҡ ҡарбуз иҙмәһе һалабыҙ. Һыу шунда уҡ ҡыҙғылт-алһыу төҫкә инһә, ҡарбузда химикаттар күп тигәнде аңлата, әгәр һыу төҫөн үҙгәртмәй, бер аҙ томаланһа еләкте ҡурҡмай ашарға ярай. Ҡарбуҙ оҙаҡ һаҡлана торған еләк. Һаҡлағысҡа дөрөҫ урынлаштырһағыҙ, ул һеҙҙе Яңы йыл табынында ла хуш еҫе һәм татлы тәме менән ҡыуандырыр.