Республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендә үткән Инвестиция сәғәтендә шундай ҡарар ҡабул ителде. Яңы предприятие 300 кешене яңы эш урындары менән тәьмин итәсәк. Унда биналарҙың тышҡы яғын ҡаплауҙа ҡулланылған фиброцементлы плиталар эшләнәсәк.Инвестиция сәғәтендә шулай уҡ ауыл хужалығы өлкәһендәге проекттар ҙа тикшерелде. Ишембай, Яңауыл райондарында, Мәләүездә яңы проекттар тормошҡа ашырыласаҡ. Инвестиция комиссияһы барлыҡ проекттарҙы ла хупланы.
Күмертауҙа Ҡытай инвесторы ҡатнашлығында 2 миллиард һумға яңы завод төҙөләсәк
Тулыраҡ: Күмертауҙа Ҡытай инвесторы ҡатнашлығында 2 миллиард һумға яңы завод төҙөләсәк