Табыу, үҫтереү һәм етәксе итеү. Был хәстәрлекле ғаилә түгел, ә илдә икенсе йыл рәттән ойошторолған “Рәсәй лидерҙары” бәйгеһенең маҡсаттары. Конкурсҡа 17 мартта Сочи ҡалаһында йомғаҡ яһау көтөлә. Башҡортостан данын һаҡларға алты “лидер” әҙерләнә. Алсаҡ, яуаплы, хәрәкәтсән. Заман лидерын ошо һыҙаттар тасуирлай. “Рәсәй лидерҙары” конкурсы финалына сыҡҡан Азат Ахунов буласаҡ етәкселәрҙе уңышлы эш алымдарына өйрәтә. Был егеттәр һәм ҡыҙҙар остазын ысын лидер, тип таный. Етәксе ҡеүәтен нығытыр һәм хужалыҡ итеү алымдарын үҙләштерер өсөн Азат Айрат улына донъяның төрлө илдәрендә тәжрибә тупларға тура килгән. Башҡортостанда ул донъя ҡаҙаныштарының бер нисә өлгөһөн ҡулланыу мөмкинлеген күрә. Бәйгелә еңер өсөн төп талап — “Лидер йөрәге” проекты сиктәрендә үҙенсәлекле социаль акцияны бойомға ашырыу. Азат Ахунов киҫкен экология мәсьәләһенә баҫым яһай. Сүп айырыуҙы көнкүрештең ғәҙәти ғәмәленә әйләндерер өсөн эште балаларҙан башлауҙы иң һөҙөмтәлеһе, тип иҫәпләй. Эштең яҙығы юҡ. Был әйтем һөнәр һайлағанда ла көнүҙәк. Лидерҙар бәйгеһенең йәнә бер финалисы Тимур Әхмәҙинуров балаларға эшсе һөнәрҙәр танытыу буйынса социаль акция ойошторған. Етәксе вазифаһындағы күҙәтеүҙәрем йәштәрҙең хеҙмәтте яңылыш күҙ алдына килтергәнен иҫбатланы, ти Тимур Булат улы. Яңы алымдарҙан ҡурҡмаҫҡа, хеҙмәттәштәргә талаптар ҡуйыу ғына түгел, үҫеш мөмкинлектәре лә бирергә, Тимур Әхмәҙинуров лидер булараҡ ошо ҡанун яҡлы. Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла Тимур Булат улын тик ыңғай яҡтан баһалай. Йәш, талапсан, кешелекле лидерға бәйгелә еңеү теләйҙәр. Лидерҙар конкурсы “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” асыҡ платформаһын бойомға ашырыу проекты. Бөгөнгө һәм буласаҡ етәкселәргә бында еңеү юғары дәрәжә генә түгел, ә тиңһеҙ тәжрибә һәм хәрәкәт сығанағы. Мәртәбәле бәйгелә еңеүсе бер миллион һумлыҡ грантҡа дәғүә итә. Бынан тыш уға Рәсәйҙең власть һәм бизнес даирәһе топ-элитаһынан остаз дәрестәре бирелә. Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйһе ҡала.
Рәсәй лидерҙары
Тулыраҡ: Рәсәй лидерҙары