Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы уҙған йылға йомғаҡ яһап, 2019-ға маҡсаттар билдәләне. Ведомствоның эшмәкәрлеге тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен, федераль һәм маҡсатлы программаларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. 70 мең ауырыу. Был республикала үткән йылдағы медицина тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә асыҡланған күрһәткес. Тәүге урындарҙа ҡан әйләнеше, эндокрин һәм нервы системалары сирҙәре килә. Тап йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары үлемгә килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе булып тора. Ошо йәһәттән, милли проект сиктәрендә 2024 йылға тиклем төбәктәрҙә махсус үҙәктәрҙе кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырыу ҡаралған. Үлем сәбәптәре исемлегендә онкология икенсе урында. Былтыр медицина хеҙмәткәрҙәре өс меңдән ашыу кешелә яман шеш барлығын асыҡлаған. Был үткән йыл менән сағыштырғанда 769 осраҡҡа күберәк. Ауырыуҙы иртә стадияла асыҡлар өсөн киләһе өс йылда Башҡортостанда 13 амбулатор-онкологик ярҙам үҙәге — дүртәһен Өфөлә һәм туғыҙын төбәктең башҡа ҡалаларында асырға планлаштырыла. Республика Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге лә төҙөләсәк. Шулай уҡ, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров онкорейдтарҙы һәм “ял көнө диспансеризацияһы”н республиканың барлыҡ райондарында ла ойошторорға ҡушҡайны. Әйтергә кәрәк, 2019 йылдың 1 ғинуарынан барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә медицина тикшеренеүе үтер өсөн өс йылға бер тапҡыр бер көнгә эштән бушатылырға тейеш, ә өлкән йәштәгеләр һәм эшләүсе пенсионерҙар йылына ике көнгә. Әлеге мәлдә Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Сибай ҡалаһында ЛОР, пульманоголог, аллерголог, кардиолог кеүек төрлө профилле Өфө табиптары урындағы халыҡты ҡабул итә. Бригадаларҙың эше 15 мартҡа тиклем оҙайтылған.Ауыл ерендә медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу өсөн 2018 йылда 13 күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башлаған, быйыл тағы ла 27 ФАП алырға уйлайҙар. Республикала райондарға белгестәрҙе йәлеп итеү, табип һөнәренең абруйын арттырыуға йүнәлтелгән саралар ҙа күрелә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының киңәйтелгән коллегияһында халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән маҡсаттар ҡуйылды. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова әйтеүенсә, кешенең сәләмәтлеге 60 процентҡа үҙенең йәшәү рәүешенән тора. Шуға “Йәмәғәт һаулығын нығытыу” милли проекты сиктәрендә халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәү буйынса әүҙем эштәр алып барыласаҡ.
Халыҡсан медицина
Тулыраҡ: Халыҡсан медицина